Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республиканские порталы Карта сайта Вход

Муниципальный район Ермекеевский район Республики Башкортостан

Барын сәс, һис булмаһа, тары сәс

30 декабря 2021
9
0

 

 

Бер осрашыу – үҙе бер ғүмер, тиҙәр. Йөҙйәшәрҙәр менән һөйләшеп ултырыу минуттарын һәр саҡ түҙемһеҙләнеп көтөп алам, улар янына һәр саҡ ашҡынып торам. Мәҫәлән, һигеҙ тиҫтәне түңәрәкләгән, Барыҫ йылында тыуған Фәхирә Ғәлиәхмәтова тураһында ишеткәс, етмәһә, Йәрмәкәй районында командировкала йөрөгәс, уның йортона һуғылмайынса китмәнек.

Ыҫпай итеп йы­йыштырылған өйҙөң түрендә осраттыҡ Фәхирә Хәйрулла ҡыҙын. Уға 83 йәште һис тә бирерлек түгел. Теремек, еңел кәүҙәле, әңгәмәгә ихлас ҡушыла, хәтерен насар тип әйтмәҫ инек. Ул заманса диванда телевизор ҡарап ултыра ине.

– Бәй, ҡунаҡ­та­рым килеп тә еткән, – тип, ҡәҙерле ке­шеләрен ҡаршы ал­ғандай, беҙҙең янға ашыҡты ул. – Машина тауышы сыҡҡанға тәҙрәгә бер ынтылып ҡарағайным, һеҙ булғанһығыҙ икән. Әйҙүк, түргә үтегеҙ, унда уңайлы.

Фәхирә Ғәлиәхмәтованың шатлыҡтары сикһеҙ, улар менән ихлас уртаҡлашты. Бөгөн донъяларҙың имен тороуы, ризыҡтан өҫтәлдең һығылып тороуы, көндәлек тормоштағы уңайлыҡтар, тыныс ҡартлығы һәм башҡалар – шуға асыҡ миҫал.

Фәхирә Хәйрулла ҡыҙының көйөнөсө лә юҡ түгел. Әле бишектәге сабый ғына белмәгән коронавирус сиренең тиҙерәк бөтөүен көн-төн теләй, сирҙең юҡҡа сығырына бөтә күңеле менән ышана.

– Календарь буйынса минең йылым етеп килә, – тине ул. – Барыҫ йылы тағы ла яҡшыраҡ буласаҡ. Хәйер, миңә хәҙер күп тә кәрәкмәй, иң мөһиме, халыҡ-ара хәл-торош яҡшы булһын инде. Һуғышты һәм беҙ кисергән аслыҡты берәүгә лә күрергә яҙмаһын. Миндә йәнә әҙме-күпме һиҙемләү һәләте лә бар. Шуны тоям, 2022 йылдың урталарында был ауырыу мотлаҡ сигенәсәк. Әйтәләр бит, Барыҫ йылында барын сәс, һис булмаһа, тары сәс, тип. Шулай булғас, ҡара ергә ни сәсәһең, һәммәһе лә матур шытым бирәсәк. Муллыҡ һәм байлыҡ йылы буласаҡ.

Тыумышы менән Атамкүл ауылынан булған Фәхирә инәй коллектив хужалыҡтың яҡты киләсәге өсөн көндө төнгә ялғап эшләгән, ни ҡушһалар, шуны үтәгән. Ире Рифҡәт менән балаларын аяҡҡа баҫтырыу өсөн ҡулдарынан килгәндең барыһын да эшләгәндәр. Ҡыҙғаныс, һөйгәне бынан егерме йыл элек вафат булған. Бөгөн ул Иҫке Сүлле ауылында килене Юлиә һәм улы Рөстәмдең ҡәҙер-хөрмәтендә ғүмер йомғағын һүтә.

– Балаларым, ейән-ейәнсәрҙәрем тип бауыр баҫам, уларҙың шатлығын үҙемдеке тип ҡабул итәм, – ти әңгәмәсем. – Улым Ямал ярымутрауында вахта ысулы менән икешәр ай эшләп, икешәр ай тирәһе ял итә. Алыҫ юлға оҙатҡанда, ғаиләһе генә түгел, мин дә ныҡ моңһоуланам, иҫән-һау йөрөп ҡайтыуын теләйбеҙ.

Хәйер, Фәхирә инәйҙең ҡыҙы Римма ла йыраҡта йәшәй – Владивосток ҡалаһында төпләнгән. Шуға ла һағынышып, шатланышып осрашалар. Киләсәктә бындай минуттар, сәғәттәр йышыраҡ булырына өмөтләнә әсә. Ғөмүмән, ул киләһе йылдың уңышлы булырына ышана.

И. МӨХӘМӘТОВ.

Йәрмәкәй районы.  

Источник: «Башҡортостан» гәзите

  • Барын сәс, һис булмаһа, тары сәс