Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республиканские порталы Карта сайта Вход

Муниципальный район Ермекеевский район Республики Башкортостан

Йәрмәкәй районында федераль программа буйынса илдәге беренсе күп ҡатлы йорт сафҡа инд

16 июля 2021
22
0

 

24 фатирҙан торған торлаҡ асҡыстары төрлө тармаҡтарҙа эшләүсе йәштәргә тапшырылды. Тантаналы ваҡиғанан тулыраҡ киләһе яҙма.


Йәрмәкәй ауылында көтөп алынған шатлыҡлы ваҡиға. Күп ҡатлы йорттан фатир асҡыстары алыусыларҙың күбеһе йәштәр. Улар ауыл хужалығы, медицина, мәғариф һәм мәҙәниәт өлкәләре белгестәре. Гүзәл Хажиева – инглиз теле уҡытыусыһы. Тантаналы ваҡиғаға ул ата-әсәһе һәм Мэйсон ҡушаматлы бесәйе менән килгән. Йола буйынса яңы торлаҡҡа иң тәүҙә йорт хайуаны ебәрелде. 

Гүзәл Хажиева күп ҡатлы йорттоң бер бүлмәлеһен һайлаһа, ишле ғаиләләр башлыса ике-өс бүлмәлеләрен алған. Ғаиләлә бер ул һәм бер ҡыҙ үҫеп килеүсе Динара һәм Артур Иҙрисовтарҙың да бөгөндән үҙ мөйөшө бар. Артур Әғләм улы районға йүнәлтмә буйынса эшкә ҡайтҡан белгес. Әле ул төбәктең иң эре хужалыҡтарының береһендә баш ветеринар табип булып эшләй.

«Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү» программаһы Йәрмәкәй ерендә уңышлы тормошҡа ашырылды тип әйтергә мөмкин. Бөгөн файҙаланыуға тапшырылған күп ҡатлы йорт та Рәсәйҙә әлегә берҙән-бер проект. Федераль программаның маҡсаты ауылды йәшәртеүҙә. Был йәһәттән йәштәрҙе лайыҡлы хеҙмәт хаҡы алырҙай эш урындары менән тәьмин итеү менән бер рәттән торлаҡлы итеү бурысы ла ҡуйылған.

Ике хужаға иҫәпләнгән ошондай уҡ йорт төбәктең тағы ла дүрт ауылында төҙөлә. Спартак ауылындағыһының ҡыйығы күтәрелеп, иҙәндәре түшәлә. Төҙөлөш материалдарына хаҡтың 100-200 процентҡа тиклем артыуына ҡарамаҫтан, эштә тотҡарлыҡтар күҙәтелмәй.

Программаның тап Спартак ауылында тормошҡа ашырылыуы осраҡлы түгел. Социаль инфрастуктураһы ныҡлы үҫешкән ьиләмәлә бөгөн райондың иң көслө ауыл хужалығы предприятиеһы эшләп килә.

«Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү» федераль дәүләт программаһын тормошҡа ашырыу өсөн субсидия бүленә. Уны ауыл ерендә эшләүсе граждандар социаль ҡуртым килешеүе нигеҙендә файҙалана ала. Былтыр 61 ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшыртҡан. Быйыл ошо маҡсатта муниципаль райондарға 49 миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән.

Фото №1 - Йәрмәкәй районында федераль программа буйынса илдәге беренсе күп ҡатлы йорт сафҡа инде

Азат Ғәлиуллин

  • Йәрмәкәй районында федераль программа буйынса илдәге беренсе күп ҡатлы йорт сафҡа инд