Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республиканские порталы Карта сайта Вход

Муниципальный район Ермекеевский район Республики Башкортостан

Төбәк иҡтисади үҫеш юлында

25 Ноября 2019
19
0

Аграрийҙарҙың ҡаҙанышы эште дөрөҫ ойоштороуға бәйле.

Йәрмәкәй – майҙаны буйынса Башҡортостанда иң бәләкәй райондарҙың береһе. Уның ҡарауы, һәр йәһәттән дә телгә алырлыҡ юғары һөҙөмтәләр бар. Уны Бишбүләк, Бәләбәй һәм Туймазы райондары уратып алған. Улай ғына ла түгел, Ырымбур өлкәһе һәм Татарстан Республикаһы менән дә сиктәш. Ыҡ йылғаһы сик буйы ролен үтәй. Сәғәт айырмаһын күҙ уңында тотоп, “Татарстанға ике сәғәт барҙым да ҡуйҙым” тип шаярталар. 

51 ауыл 13 ауыл биләмәһенә ҡарай. Уларҙа башҡорт, татар, рус, сыуаш, мордва, удмурт һәм башҡа милләт вәкилдәре татыу ғүмер кисерә. Дөйөм халыҡ һаны – 17 мең тирәһе, ә район үҙәге Йәрмәкәй ауылында дүрт меңдән ашыу кеше йәшәй.

Төбәк донъяға дүртәр Советтар Союзы Геройын һәм Социалистик Хеҙмәт Геройын биргән, Мөкәрәмә Садиҡова менән Әбүзәр Зарипов кеүек әҙиптәрҙе үҫтергән. Йәрмәкәй таҙа тоҡомло аттары менән ғорурлана. Аксаков ауылының “Родина” агрофирмаһында йылҡы малын аҫрайҙар. Юҡҡа ғына райондың гербында ат һүрәте урын алмаған. 

Йәрмәкәй районы хакимиәте башлығы Илшат РАЙМАНОВ менән әңгәмәлә һүҙ – ошо үҙенсәлекле төбәктең эшмәкәрлеге хаҡында.

– Илшат Әмир улы, аграр сектор, ысынлап та, райондың иҡтисади нигеҙен тәшкил итә тип әйтә алабыҙмы?
– Уңған һәм тырыш ялан ба­тыр­ҙарының көсө ярҙамында яҡшы һөҙөмтәләргә ирештек. Быйыл иген культураларының тулайым йыйымы 45 мең тоннаға (бункер ауыр­лығы) етте, ә былтырғы күрһәткес – 42 мең тонна. Гектар ҡе­үәте – 19,4 центнер. Шул иғтибарға ла­йыҡ, 2018 йылға ҡарағанда, иген культураларының сәсеүлек майҙа­ны кәмерәк, шулай булыуға ҡара­маҫтан, юғарыраҡ уңышҡа өлгәш­тек. Шәкәр сөгөлдөрөн ҡаҙып алыу тамамланды. Форсаттан файҙа­ла­нып, игенселәргә, сөгөлдөрсө­ләр­гә ҙур рәхмәтемде еткерәм! Татлы тамыр 1 621 гектарға ултыр­тыл­ғайны, гектарынан 385 центнер шәкәр сөгөлдөрөн алдыҡ. Бөтәһе 62,4 мең тонна техник культура йыйылды.

Ҡайһы бер хужалыҡтар бойҙай менән бер рәттән бүтәндәрен дә сәсеүгә тотондо. Мәҫәлән, көнба­ғыш һуғыу тамамланыу алдында, әлегә гектар көсө 16,5 центнер тәшкил итә. Маҡтаныу түгел, әммә аграрийҙарҙың ҡаҙанышы агротехниканы дөрөҫ файҙаланыуға, ерҙе эшкәртеүҙә алдынғы технология­ларҙы ҡулланыуға, минераль ашламаларҙы етерлек индереүгә һәм, әлбиттә, фәнгә яҡын булыуға туранан-тура бәйле. Беҙҙә бер гектар майҙанға 25,6 килограмм ашлама таратыу норма һанала. Ашлыҡтың иң күп тулайым йыйымы – Калинин исемендәге яуаплы­лығы сикләнгән йәмғиәттә. Улар уңышты 78 мең центнерға еткерҙе.

Әйткәндәй, Йәрмәкәй – рес­публикабыҙҙа етен, нут, рапс үҫтереү тәңгәлендә алдынғы төбәк.

– Калининдарҙың өлгөһөнә эйәреү­селәр күптер, әлбиттә. Тағы ла бер нисә алдынғы хужа­лыҡты миҫал итеп килтерһәгеҙ ине.
– “Пионерск” яуаплылығы сик­ләнгән йәмғиәте “архат” бойҙайын 120 гектарҙа сәскәйне. Хужалыҡҡа “ҡояш йылмайҙы” – гектарынан 42-шәр центнер уңыш алдылар. “Латыпов” крәҫтиән (фермер) хужа­лығы “Саша” исемле арпаға һәм “шишмә” тип аталған ужым арышына өҫтөнлөк бирҙе. Тәүгеһен – 230 гектар ергә (гектар ҡеүәте – 28 центнер), ә икенсеһен 112 гектар ергә сәсте улар (гектар көсө – 33 центнер). Ошо хужалыҡтарҙы тиккә генә телгә алманым, һәр береһе район иҡтисадын тотороҡло итеүгә ҡулынан килгәндең барыһын да эшләй. Шулай уҡ “Николаев” крәҫтиән (фермер) хужалығы, “Спартак-АГРО” (Рауил Аҡбаров) яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте һәм башҡалар һынатмай. Иген­селәргә дан!

Инсаф Шәрәфлисламов, Рәфис Исламов, Юрий Данилов, Альберт Зәйҙуллин, Владимир Андреев, Денис Шапоренко кеүек сәмселдәр күптән түгел фермер хужалыҡтары ойошторҙо, ярайһы бейеклектәргә күтәрелде.

– Һеҙҙә үҫемлекселек тармағы – яҡшы кимәлдә. Ә малсылыҡ йүнәлеше тураһында ни әйтерһегеҙ?
– Хеҙмәткәрҙәр үҫемлекселек тармағында ла, малсылыҡ йүнә­лешендә лә берҙәй уңыштары менән шатландыра. “Пионерск” (етәксеһе – Иван Иванов), “Байраҡ” (Марат Саҙриев), “Мир” яуап­лылығы сикләнгән йәмғиәттәрендә, “Бәхтейәров”, “Мифтахов”, “Сәлим­гәрәев” крәҫтиән (фермер) хужа­лыҡтарында, “Салауат” ауыл хужалығы етештереү кооперативында һыйыр малы 100-ҙән 450-гә хәтлем иҫәпләнә. Уларға “Северная Нива Башкирия” яуаплы­лығы сикләнгән йәмғиәте өҫтәлде. Хәҙер был хужалыҡта 600-ҙән ашыу һауын һыйыры бар, тәүле­генә 14,3 тонна һөт һауалар. Киләсәктә уны 80 тоннаға еткерергә уйлайҙар.

Малсыларҙың хеҙмәтен юғары баһаларға кәрәк. Мал аҙығы етерлек, хатта артығы менән әҙерләнде. Һыйыр малының ҡышты көр сығырына өмөт ҙур.

Йәнә бер әйберҙе телгә алыу урынлы: беҙҙә халыҡтан һөт йыйыу яҡшы ойош­торолған, был йәһәттән район Башҡортос­танда исемлектең башында тора. Бөгөнгә 12 миллион һумлыҡ аҡ тапшырылған.

– Яңылышмаһам, Бөтә Рәсәй “Һөткә юл” автоуҙышы тап Йәрмәкәй районы аша үтте...
– Эйе, 2012 йылда башланған был сара быйыл һигеҙенсе тапҡыр уҙғарылды. Маҡсаты – илебеҙҙә һөтсөлөк тармағын үҫтереү. Һөт индустрияһында ҡатнашыусы­ларҙы быйыл беҙ ҡабул итеп алдыҡ.

– Саҡ ҡына ситкә тайпылдыҡ, уның ҡарауы, күп мәғлүмәт тура­һында хәбәрҙар булыу һәр йә­һәт­тән дә отошло. Әле техни­каһыҙ әллә ни эш ҡыйратып булмай. Был тәңгәлдә һеҙҙә хәлдәр нисек?
– Ябай техника түгел, ә заманса техника тип өҫтәр инем. Автопаркты даими яңыртып тороу күп мәсьәләләрҙе ыңғай хәл итеүгә ныҡ булышлыҡ итә. Быйыл ғына 517 миллион һумлыҡ техника һатып алынды. Ә һуңғы өс йылда 12 комбайн, 40 трактор, ете сәсеү комплексы ҡайтарылған. Киләһе йыл тураһында һүҙ алып барғанда, шуны ныҡлы әйтәм: йәнә 17 трактор, 13 ашлыҡ һуғыу комбайн, мал аҙығы әҙерләү өсөн бер комбайн алыу күҙҙә тотола.

Шул ҡыуаныслы, был юҫыҡта дәүләт тарафынан ҙур ярҙам күрһәтелә. Техника алғанда 50 процент күләмендә субсидия ҡаралған.

– Кооперацияларға төрлө ҡараш йәшәй...
– Ҡарашым ыңғай, был турала фекеремде һәр саҡ әйтә киләм. Дәүләт ярҙамы менән хужалыҡ итеүҙең бәләкәй формалары һәм кооперациялар үҫеш юлында. Мәҫәлән, быйыл “Йәрмәкәй сыр ихатаһы” (Түбәнге Олойылға ауылы), “Сулли” (Яңы Сүлле), “Шават” (Иҫке Турай) ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативтары, Ҡолбай ауылынан Илнар Мифтахов гранттар отто.

– Өфөлә ойошторолған Бал фестивалендә йәрмәкәйҙәр йыш күренә. “Бал йәшәтә”, – тигәйне шунда берәү. 
– Күп хужалыҡтар баш ҡалабыҙ­ҙа үткәрелгән ауыл хужалығы йәрминкәләренә юлланып, тауарын һатып ҡайта. Улай ғына ла түгел, яҡташтарыбыҙ “Терра Башкирия” тигән республика ат турнирында ҡатнашты.

– Илшат Әмир улы, йәштәр ауылда ҡаламы?
– Дәүләт тарафынан ярҙам күрһәтелгәндә, һүҙ ҙә юҡ, ауылда төпләнеүселәр байтаҡ. “Йәш ғаи­ләләрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү”, Башҡортостан Республикаһы ауыл биләмәләренең тотороҡло үҫеше” ише торлаҡ программалары уңышлы эшләй. Иҫке Шах, Усман-Ташлы, Урта Ҡарамалы һәм Йәрмәкәй ауылдарынан 13 ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға өлгәште.

– Шатлығы ни тора, Йәрмәкәй районында ике урында фельдшер-акушерлыҡ пункты асыла­саҡ...
– Ысынлап та, нәҡ шулай. “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты нигеҙендә республикала фельдшер-акушерлыҡ пункттарын яңыр­тыу программаһы йылдам тор­мошҡа ашырыла. Республика адреслы инвестиция программаһы буйынса 2019 – 2020 йылдарҙа Башҡортостанда 15 ФАП төҙөләсәк, шуның икәүһе – беҙҙә. Әле Богородский ауылында иҫкеһе эргәһенә өр-яңы ФАП төҙөлә. Ул Богородский һәм Князевка ауылдары халҡын хеҙмәтләндерәсәк. Төҙө­лөшкә шәхси эшҡыуар Альфред Минзакировтың бригадаһы йәлеп ителгән. Бынан тыш, Яңы Шах ауылында ла фельдшер-акушерлыҡ пункты буласаҡ. Әйткәндәй, 2018 йылдың декабрендә Ялан-Шишмә ауылында яңы фельдшер-акушер­лыҡ пункты үҙ ишектәрен асты.

– Халыҡтың торлаҡ шарттарын яҡшыртыу буйынса ниндәй пландар тормошҡа ашырыла?
– Башҡортостандың социаль маҡсатлы программаһы фонды һәм “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһы буйынса Абдул, Иҫке Сүлле, Рәтамаҡ, Түбәнге Ҡарамалы һәм 8 Март ауылдарын һыу менән тәьмин итеү системаһына капиталь ремонт эшләнә һәм төҙөлә. Ошо көндәрҙә Тарҡазы менән Яңы Йәрмәкәй ауылдарында ла бындай эшкә тотонасаҡтар.

Юл төҙөү йылдам бара, асфальт түшәлә. Васильевка – Ялан Шишмә юлына (3,1 километр) асфальт һалынды. Урта Ҡарамалы юлына таш түшәү тамамланды. Урам­дарҙы яҡтыртыу – өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе. 2,3 кило­метрға һуҙылған Яңы Турай һәм Йәрмәкәй ауылдарында урам бағаналары яңыртылды. Йәрмәкәй ауылындағы “Көньяҡ” һәм Бекет ауылындағы “Ҡояшлы” биләмәһенә инеү юлын тәртипкә килтерҙек. Район үҙәге Йәрмәкәй ауылындағы быуа рәтләнде. Киләсәктә бында ял урыны эшләнәсәк.

– Тағы ла ниндәй яңылыҡ­тарҙы өҫтәр инегеҙ?
– Мәғариф тармағында уңыштар етерлек. Беҙҙә 12 мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы бар, һигеҙ филиалын да ҡушһаң, 24 дөйөм белем биреү мәктәбе эшләй. Бынан тыш, Бәләбәй ауыл хужалығын электрлаштырыу һәм механизациялау техникумының 140-сы һөнәрселек училищеһы, Балалар ижады йорто, Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе, “Шишмәкәй” балалар һауыҡтырыу лагеры бар. Район үҙәгендә Балалар сәнғәт мәктәбе эшләй. Мәҙәниәт һарайы, 12 ауыл мәҙәниәт йорто, 14 ауыл клубы рухи аҙыҡ тарата. Һәүәҫкәр артистарыбыҙ төрлө конкурстарҙан еңеүҙәр менән ҡайта. Спортта ла яҡташтарыбыҙ һынатмай, район үҙәгендә бассейнлы физкультура-һауыҡтырыу комплексы асылды. Эшҡыуарҙар кәрәкле тауар етештерә, төрлө хеҙмәттәр күрһәтә.

– Илшат Әмир улы, һорау­ҙарға йөкмәткеле яуап бир­гәнегеҙ өсөн ҙур рәхмәт! 

Автор: Илдар АҠЪЮЛОВ әңгәмәләште
  • Төбәк иҡтисади үҫеш юлында